Главная » Статьи » Методическая копилка

Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр(2-се класта әсә теленән дәрес өлгөһө)
2 Б класында әсә теленән дәрес өлгөһө
Ирғәлина Гөлсинә Әхмәҙей ҡыҙы
Белорет районы Абҙаҡ урта мәктәбе уҡытыусыһы

Тема:Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр.
Маҡсат: Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр буйынса үтелгәндәрҙе системаға һалыу,уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу,фекерләү һәләтен үҫтереү,аттар тураһында күберәк мәғлүмәт биреү,халыҡ тормошонда аттың әһәмиәтен,аттың йәше,төҫө буйынса бүленешен аңлатыу,атҡа ҡарата ихтирам тойғоһо тәрбиәләү.
Йыһазландырыу:телевизор,дәреслек,таблица,аттарҙың һүрәттәре,слайдтар.

Дәрес барышы
Ойоштороу.1Слайд .

Һаумы,ҡояш!Һаумы дуҫым!
Һаумыһығыҙ уҡытыусым!
Ҡояш,донъя,тыуған ер,
Миңә йән тыныслығы бир!.
.
1.Артикуляцион күнегеү.
Дәресте телмәр гимнастикаһынан башлайбыҙ.Минең арттан ҡабатлағыҙ:
2 слайд
Өйөрҙә бер күк ҡолон
Ҡойроғо- бөҙрә толом.
Күҙҙәре- яҡты йондоҙ
Яналар хатта көндөҙ.
Мороно-ебәк бәрхәт,
Яратыуҙары рәхәт.
Терпе ялын тараныҡ,
Таҫма тағып ҡараныҡ.
Ошо шиғырҙан предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәрҙе табабыҙ.Бөҙрә,яҡты,ебәк,терпе һүҙҙәренең һорауын әйтегеҙ әле?(Ниндәй?)
Дәрестең маҡсаты:Ниндәй? һорауына яуап биргән һүҙҙәрҙе өйрәнеүҙе дауам итәбеҙ һәм был һүҙҙәрҙең ниндәй һүҙ төркөмөнә ингәнен өйрәнәсәкбеҙ.
Предметтың билдәһен нимәләр ярҙамында табабыҙ?
Күҙ(төҫө,формаһы,күләме)
Ҡолаҡ(ҡалын,нәҙек тауыш ишетәбеҙ,көй тыңлайбыҙ)
Танау(еҫте тоябыҙ)
Тел(әсе,шәрбәтле)
Ҡул(ҡаты,йомшаҡ,сәнскеле)
Ә хәҙер уҡыусылар мин һеҙгә бер әҫәрҙән өҙөк уҡыйым,һеҙ уйлап әйтегеҙ был нимә тураһында?
3-сө слайд.
Күргән кеше һоҡланып,
Күргән ерҙә таң ҡалған,
Елһә ҡоштай елпенеп,
Артында саң уйнатҡан,
Осраған бер кешене
Хайран иткән ,уйлатҡан,
Тояғы ергә теймәгән,
Ел дә ҡыуып етмәгән,
Өҫтөндәге батырын
Яуҙа ташлап китмәгән,
Аҡбуҙатты күрерһең.
4-се слайд(Аҡбуҙат)
Бөгөн беҙгә ҡунаҡҡа Аҡбуҙат килгән.Башҡорт халҡын атһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай,Урал батырға барып тоташҡан сал тарихыбыҙҙан алып,хәҙерге көнгә саҡлы ат беҙҙең тоғро юлдашыбыҙ.
Мәшһүр эпостарыбыҙға төп геройҙарҙың береһе булып ингән ҡанатлы толпар Аҡбуҙат йыһанда ла,ерҙә лә,һыу аҫтында ла йәшәй алған.Уның таш һарайы-Шүлгәнташ мәмерйәһе.
Ниндәй генә әкиәтте,эпосты алма,ир-егет үҙенең тоғро дуҫынан айырылмаған.

2.Яңы тема өҫтөндә эш.
Дәфтәрҙе асып числоны яҙабыҙ.Матур яҙыу өҫтөндә эш.
Йылҡы-малдың батшаһы.

Ат һүҙенең ниндәй мәғәнәләрен беләһегеҙ?
Ат-лошадь,предметты белдерә.
Һүҙбәйләнеш төҙөү.(йүгерек ат)
Һөйләм.Атайымдың Йондоҙ исемле йүгерек аты бар.
Ат-уҡтан ат(стрелять)
Күҙ атып ултыра-фразеологизм.Һүҙлектән ҡарап аңлатма биреү.
-өн-моделен,схемаһын эшләү.
5-се слайд
“Күк ат” хикәйәһен уҡыу.
(йүгән)-ҺҮҘЛЕК ЭШЕ.
Текстан предметтың билдәһен белдергән һүҙҙҙәрҙе табыу.
(яҡын,тышаулы,күк,йәшел,йәмле,аҡ)
а)Уҡыусыларҙың сығыштары.
б)Видеояҙма ҡарау.Аттарҙың төҫтәрен яҙыу.
в)Ерән-рыжий,туры-гнедой,ҡола-саврасый,буҙ-сивый,ала-пегий,алмасыбар-в яблоках.
Физ-минут З.Жәүәт ҡыҙы йырлата.”Салауат батыр”
6-сы слайд
3.Кроссворд сисеү.
1.Үрһәләнеп яуға саба….атҡайы.(Салауат)
2.Атҡа оҡшаҡан бәләкәй хайуан.(ишәк)
3.Бейек кәүҙәле,ҙур моронло йылы яҡтарҙа йәшәгән хайуан.(Фил)
4.Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта….(Аҡбуҙат)
5.Ат исеме.(Толпар)

4.Китаптан 10-сы күнегеүҙе эшләү.
Һүҙлектән “шифалы”һүҙен тикшереү.

5.Ат тураһында мәҡәлдәр.
Ат тешенән,егет эшенән билдәле.
Дуға бар йортта-доға бар.
Аттан төшөп ишәккә атланмайҙар.
Аҡылһыҙ атҡа менһә, атаһын танымай.(оҡшаған мәҡәлде яҙып алыу)
6.Уйын.
1-се төркөм аттың билдәләрен яҙа.(шәп,йүгерек,йыуаш,яман…)
2-се төркөм ат ниндәй эштәр башҡара.(саба,ята,тора…)
Йомғаҡлау.
Бөгөн дәрестә ниндәй һүҙҙәрҙе өйрәндек?Һорауҙарын әйтегеҙ?
Ат һүҙенең мәғәнәләрен таптығыҙмы?Аттар тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?Беҙҙең ауылда кемдәрҙә аттар бар?
Бөгөнгө көндә ат көтөүселәр йылдан-йыл һирәгәйә,кеше күберәк техникаға өҫтөнлөк бирә.Шулай ҙа аттар үҙ абруйын юғалтмай.Шәхси хужалыҡтар ат үрсетәләр,ҡымыҙын да һаталар.
Ниндәй һүҙ төркөмө менән таныштыҡ?Телмәрҙә сифат һүҙ төркөмө ни өсөн кәрәк тип уйлайһығыҙ?(Телмәребеҙ матур,яғымлы,бай булһын өсөн…)Матур һөйләшкән кешене тыңлауы ла күңелле.
Категория: Методическая копилка | Добавил: Гуля (03.03.2013) | Автор: Гульсина E W
Просмотров: 2885 | Комментарии: 1 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]