Главная » Статьи » Методическая копилка

Малайҙар һәм ҡыҙҙар байрамы (1-се класта)
Малайҙар һәм ҡыҙҙар байрамы


Синыф бүлмәһе байрамса биҙәлгән.Байрамға әсәйҙәр,атайҙар,өләсәйзәр саҡырыла.(1-се класҡа)
Йыһазландырыу:10 шар,уйынсыҡтар,спорт кәрәк-ярағы,2 ҡурсаҡ,2 бант һ.б.

Байрам барышы
Бөгөн ябай көн түгел беҙ кешелектең көслө яртыһын-малайҙарҙы һәм ҡыҙҙарҙы ҡотларға йыйылдыҡ.Хөрмәтле атайҙар!Һеҙҙең барығыҙҙы ла
Ватанды һаҡлаусылар көнө менән,хөрмәтле әсәйҙәр ,өләсәйҙәр!Һеҙҙе 8 март байрамы менән ҡотлайбыҙ,эшегеҙҙә,тормошоғоҙҙа ҙур уңыштар,ғаилә именлеге һәм сәләмәтлеге теләйбеҙ.
Атай…Был һүҙҙә күпме тәрән мәғәнә ята.Ғаилә тотҡаһы.Тыуған ерен һаҡлаусы ир-егет.Ниһайәт-ил ағаһы.
Үҙ көсөндә ҡалһын,үҙгәрмәһен
Боронғонан ҡалған бер өмөт.
Ил ағаһы булып,атай булып,
Ғорур булып ҡалһын ир-егет.

Әсәй! Донъяла иң яҡын,иң ҡәҙерле кеше ул!Бала саҡта төн йоҡоларын ҡалдырып һине кем ҡараған?Илағанда ҡосағына алып кем йыуатҡан?Ергә баҫып беренсе тапҡыр атлап киткәндә һине кем етәкләгән,беренсе тапҡыр мәктәпкә һине кем алып килгән?Әсәй.Бөгөн йәғни ошондай шатлыҡлы көндә балаларығыҙҙың һеҙгә әйтер һүҙҙәре бар.Рәхим итеп тыңлағыҙ.
Сәләм һеҙгә иҫкән таң еленән,
Сәләм һеҙгә роза гөлөнән,
Сәләм һеҙгә барлыҡ балаларҙан
Сәләм һеҙгә моңдар иленән.

Ерҙә беҙгә ни кәрәк? (Атай һәм әсәй кәрәк)
Беҙ йәшәгән өй кәрәк
Беҙ һөйләшкән тел кәрәк
Тыуған-үҫкән ил кәрәк!
Мәңге тыныс ер кәрәк!

«Солнечный круг»

Юлбаҫарҙар беҙҙең еребеҙгә
Йыртҡыстарса һөжүм иттеләр.
Ил бәхете өсөн ир-егеттәр,
Ҡорал алып яуға киттеләр.
Керпек ҡаҡмай поста тора
Илдең ҙур өмөттәре-
Типкән саҡта тимер өҙгән
Ҡеүәтле егеттәре.

Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә һеҙгә бүләк итәһе
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең дә
Иң йылыһын килә әйтәһе.

Кешелекле һин,изге йәнле,
Ярҙамсыл һин дуҫҡа,туғанға.
Һинән ғәзиз кеше бармы икән
Беҙ бәхетле тик һин булғанда.

Беҙҙең өсөн күпме тырыштың һин,
Уйландың һин ғүмер эсендә.
Онотмайбыҙ атай һис бер ваҡыт
Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә.

Аяҙ булһын тыуыр таңдарың,
Шатлыҡ нуры сәсһен күҙҙәрең
Күкрәмәһен аяҙ күңелең,
Бойоҡмаһын һис тә йөҙҙәрең.

Әсә һүҙе беҙҙең илебеҙҙә
Яңғыраған тәүге һүҙ булып.
Борғоланған ғүмер һуҡмаҡтары
Йөҙҙәренә ятҡан һуҙылып.

Ишетелһен беҙҙең сәләмебеҙ
Әсә торған бөтә йорттарға
Килдек әсәләр беҙ һеҙҙе
Байрам менән ҡотларға.
«Әсәй менән гөл ултырттыҡ»
Шат күңелле,үткер һүҙле
Беҙҙең һөйгән әсәләр
Мәңгегә тормошто биҙәп,
Яҡты нурҙар сәсәләр.

Улар дәртле һәм ғәйрәтле
Ҡурҡыу белмәҫ йөрәкле
Эш тигәндә иң алдынғы
Һис тә талмаҫ беләкле.

Иртән иртүк күҙем асһам
Йылы нурҙар иркәләй
Был әсәйем уятҡан бит ,
Ҡояш үбеп үткәндәй.

Тағы ла гүзәлерәк таңдар
Уянһын тыуған ерҙә
Әсәләр! Ҡояш ғүмере
Теләйбеҙ һеҙгә бөгөн.
« Ҡояш апай шат йылмая»
Тиҙ һорауға тиҙ яуап☻

Диңгеҙ флотындағы иң юғары дәрәжә.
Хәрби ҡоролма йәшеренеү урыны.
«Любезные вы мои ,башкиры!»тип кем әйткән?
Урта быуаттағы хәрби ярыш.
Тимер кейемле хәрби яугир.
Ете көн,ете төн нисек атала.

Атайҙарҙың ғаиләләге роле тураһында ла күп кенә мәҡәлдәр бар.Был мәҡәлдәрҙең тәүгеһе минең телемдә икенсеһе һеҙҙең уйығыҙҙа.

Атанан күргән, (уҡ юнған)
Атанан күреп ул үҫер…(әсәнән ҡыҙ)
Атайыңдың ғына улы булма …(халҡыңдың да улы бул)
Татыулыҡта-…(матурлыҡ)
Атай әсәй берҙәм булһа…(балалары күндәм була)

Яуапһыҙ ҡалған-бурысҡа батҡан
Шундай һүҙ был уҡып була уңға ла ,кирегә лә
Балаһы өсөн әҙер тора янған утҡа керергәлә.
( Ата һәм әсә)
Йомаҡтар
Аяғын-башын киҫтем,ҡорһағын тиштем.
Эсенә өрҙ!м моңайғанын ишеттем.(ҡурай)

Ике ҡорһағы дүрт ҡолағы бар.(яҫтыҡ)
Ҡойроғо юҡ башы юҡ үҙе дүрт аяҡлы.(өҫтәл)
Быяла ҡырҙарҙа ағас кәртәләр.(тәҙрә)
Тыуғанда уҡ һаҡаллы бер кем дә шаҡ ҡатманы(кәзә)
Башы бар ,мейеһе юҡ,биле бар,ҡорһағы юҡ .Ҡойроғо бар йөнө юҡ.(сабата)
Аж,аж,аждаһа,йөрәгендә уты бар,ҡорһағында һыуы бар,түбәһендә күҙе бар,ярай әле үҙе бар.(Самауыр)

Серле йомғаҡ.(кем тиҙерәк йомарлай)
Янғын уйыны (кем тиҙерәк тиҫкәре әйләнгән кейемде кейә)
Кем күберәк шарҙар шартлата?(күҙҙе бәйләп).
Бүлмәләге сүп-сарҙы йыйыу.(ике ҡыҙ)
Снаряд ташлау(Кем күберәк)ҡағыҙҙы йомарлап кәрзингә ырғытыу.
Кем матур итеп һеңлеһен йүргәккә төрөр.
4 бала (кем ултырғысҡа алдан ултыра)
Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт ,иҫәнлектә-һаулыҡта икенсе күрешкәнгә тиклем…
Категория: Методическая копилка | Добавил: Гуля (10.03.2013) | Автор: Гульсина E W
Просмотров: 1477 | Комментарии: 1 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]