Главная » Статьи » Методическая копилка

Әлифба дәресе
Әлифба дәресе

Тема.П тартынҡы өнөн тамғалау.
Маҡсат.а) П өн-хәрефе менән таныштырыу.б)уҡыусыларҙың иғтибарын,фонематик ишетеү һәләттәрен үҫтереү.в) үҙаллы уҡыуға ылыҡтырыу,китаптарға ҡыҙыҡһыныу уятыу,уларға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһазландырыу.Киҫмә хәрефтәр,китаптар,һүҙлек карточкалары,ҡурсаҡ.

Дәрес барышы

I.Ойоштороу мәле.Хәйерле иртә,уҡыусылар.Матур итеп баҫтыҡ.Дәрестә кәрәк буласаҡ нәмәләрҙе алдан уҡ әҙерләп ҡуйғанһығыҙҙыр,шулаймы тикшереп алайыҡ.Ултырығыҙ.
II.Дәрескә маҡсат ҡуйыу.
Уҡыусылар бөгөн беҙ тағы бер яңы хәреф менән танышасаҡбыҙ.Ул хәрефте беҙгә Таңһылыу исемле ҡурсаҡ алып килгән.Ул үҙе менән тағы ла шиғырҙар,йомаҡтар килтергән.

III.Артикуляцион һәм фонетик күнегеүҙәр.
Ҡуңыҙҙар ниндәй тауыш сығара?(Ж-ж-ж.)
Бал ҡорто нисек бызылдай?(З-з-з.)
Йылан нисек ыҫылдай?(Ҫ-ҫ-ҫ.)
Мунса ташы нисек шыжлай?(Ш-ш-ш.)
Тренажер менән күнегеүҙәр үткәреү.Бер бағаналағы йәки бер юлдағы тартынҡыларҙы асыҡ итеп,бер тында уҡыу.
Бер бағана тартынҡыларҙан һуң һуҙынҡы ҡуйып уҡыу(а).Бер юлдағы тартынҡыларҙың алдына һуҙынҡы ҡушып уҡыу(о).Шиғырҙы "билдә-йөҙ"ҙәргә яраш итеп уҡыу.
Таня илай ҡысҡырып,
Тубы төшкән йылғаға.
Куйсы Таня илама,
Туп батмай ул йылғала.
I Үткәндәрҙе ҡабатлау.
Өй эшен тикшереү.Уҡыусылар,мин һеҙгә өйҙә йомаҡтар ҡойорға ҡушҡайным.Кем йомаҡтар алып килде?

5.Яңы тема өҫтөндә эш.
1.Китап һүҙенә йомаҡ ҡойоп,китап тураһында һөйләшеү.
-Уҡырға ла өйрәтә ,яҙырға ла өйрәтә,үҙенең ҡулы ла,күҙе лә юҡ, был нимә.
-Китап.
-Эйе, уҡыусылар китап ысынлап та уҡырға,тырыш булырға,тыуған илде һөйөргә өйрәтә. Китап –белем шишмәһе тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит.
2.Китап-белем шишмәһе –һөйләмен айырып алыу,уның нисә,ниндәйһүҙҙәрҙән тороуын билдәләү,схемаһын төҙөү.

3.Китап һүҙен айырыу,анализлау,2 ижектән тороуын асыҡлау.
4.(П) өнөн айырыу,уның парлы һаңғырау,тартынҡы булыуын билдәләү.
5.П хәрефе менән танышыу.
-Ә хәҙер миңә П хәрефен киҫмә хәрефтәр араһынан табып күрһәтегеҙ әле. П хәрефе нимәләргә оҡшаған?(ҡапҡаға,ултырғысҡа.)
П хәрефенә һүҙҙәр уйлап әйтеү.(туп,пенал,парта.)
П хәрефе ҡапҡа булған,
Майҙанда уйын ҡыҙа.
Туп эләкһә ҡапҡаға,
Футболсылар пыр туҙа.

6.Ял минуты«Уйнап алайыҡ әле».

7.Нығытыу күнегеүҙәре.
а)Ижектәрҙе уҡыу.
П
А О У Ы И Я Е

б).«Ҡурсаҡҡа һүҙ әйт уйыны».Балалар дәресенә килгән ҡурсаҡҡа П өн-хәрефе булған һүҙ әйтәләр.Ҡурсаҡ парталар буйлап ҡулдан ҡулға күсә бара,уҡыусылар ҡурсаҡтың ҡолағына һүҙ әйтә.

в)Һөйләм төҙөү.Һүрәт буйынса.
г )Дәреслек буйынса эш.
-Ә хәҙер ипләп кенә бөкләмәй генә китапты астыҡ,П хәрефе яҙылған битте табайыҡ.(Ижектәр,һүҙҙәр,йомаҡты уҡыу.)
-Ә хәҙер ошо һүҙҙәрҙең өн моделен төҙөйөк(таҡтала).
□○□ □○
Парта
□○□ □○
Терпе
8.Йомғаҡлау.
Уҡыусылар бөгөн дәрес оҡшанымы?Нимәләр өйрәндегеҙ,нимәләр белдегеҙ?
9.Өйгә эш биреү.
Йомаҡты уҡып ,яуабын табып киләһегеҙ.
10. Баһалау.
Категория: Методическая копилка | Добавил: Гуля (03.04.2014) | Автор: Гульсина E
Просмотров: 1107 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]