Главная » Статьи » Методическая копилка

Дәрестең темаһы:"Ҡушма һүҙҙәр" 4-се класс
“Ҡушма һүҙҙәр иленә сәйәхәт”

Маҡсат:Башҡортостанға ойошторолған сәйәхәт аша “Ҡушма һүҙҙәр” темаһын нығытыу.Уларҙың мәғәнәһен,яҙылышын аңлатыу.Алған белемдәрен камиллаштырыу.
Йыһазландырыу:интерактив таҡта,магнитофон,һөйләм схемалары.

Дәрес барышы

Ойоштороу моменты.Беҙ бөгөн килгән ҡунаҡтарға башҡорт теленән алған белемдәребеҙҙе күрһәтәсәкбеҙ.
Өйгә эштәрен тикшереү.Үткән дәрестә ниндәй тема үткәйнек?(Ҡағиҙәне ҡабатлау).Өйгә ниндәй эш бирелгәйне?(Ай,гөл һүҙҙәренән торған ҡыҙ һәм малай исемдәрен яҙырға)
Яңы тема менән таныштырыу.
Балалар бөгөн беҙҙә сәйәхәт дәрес.Алыҫ,яуаплы юлға –ҡушма һүҙҙәр иленә сәйәхәткә сығабыҙ.Унда күп көс,белем,иғтибарлылыҡ талап ителәсәк.
Кем ярата сәйәхәтте ,әйҙәгеҙ минең менән
Мин алыҫта бер ерҙә тылсымлы урын беләм
Юл үҙенең ыңғайына эйәртеп алып беҙҙе
Ҡушма һүҙҙәр иленә килтереп тә еткерҙе.
Тимәк беҙ ҡайҙа сәйәхәт итәбеҙ?
Яңы тема өҫтөндә эш.
Балалар беҙ ниндәй милләттән?Беҙ йәшәгән республика нисек атала?
1.Әйҙәгеҙ исемдәре ҡушма һүҙҙәрҙән торған Башҡортостан ҡалаларына,райондарына барып ҡайтайыҡ.Таҡтала бирелгән һүҙҙәр араһынан ҡушма һүҙҙәрҙе генә һайлап яҙығыҙ.

1 -се слайд
Ҡалалар Райондар
Салауат Баймаҡ
Күмертау Ҡыйғы
Өфө Яңауыл
Нефтекамск Дыуан
Белорет Дүртөйлө
Ағиҙел Стәрлебаш
Сибай Баҡалы
Стәрлетамаҡ Бишбүләк

Тикшереү.Улар нисек яҙылған?

2 -се слайд

Корабль һүрәте

2.Башҡортостанда мул һыулы йылғалар ,сылтырап аҡҡан шишмәләр бик күп.Мәҫәлән күлдәре генә меңдән ашыу.Уларҙың күбеһе Әбйәлил,Учалы райондарында урынлашҡан.Әйҙәгеҙ пароходҡа ултырып ,йылғалар буйлап үтәйек,кәмәләрҙә күлдәрҙә йөҙәйек.

3 -сө слайд

3.“Яртыһын тап”уйыны.
Ниндәй йылғалар буйлап үтерһегеҙ?
Аҡ иҙел
Ҡара иҙел
Аш ҡаҙар
Таш туғай

4 -се слайд

Ниндәй күлдәрҙә йөҙөрһөгөҙ?
Суртанды күл
Яҡты күл
Ялтыр күл
Сыбар күл
Тоҙло күл
Өс күл
Ат күл
Ҡара балыҡлы
Үләнде күл

Физкультминутка.Ҡушма һүҙҙәр тағы ла нисек яҙыла?
4. Ә хәҙер ,ниндәй осраҡта улар һыҙыҡса аша яҙылыуын белербеҙ.Мин һҙгә”Ай,Уралым,Уралым!” ҡобайырын уҡыйым ,ә һеҙ уны иғтибар менән тыңлап ,ҡушма исемдәрҙе айырып алығыҙ.

5-се слайд

Ай,Уралым,Уралым,
Сыңыр-сыңыр сыңраған
Йылҡыһы күп Уралтау.
Мөңөр-мөңөр мөңрәгән
Һыйыры күп Уралтау
Һаба-һаба ҡымыҙы,
Ғыж-ғыж килгән ҡурайы,
Сың-сың килгән ҡумыҙы,
Йыр йырлатҡан Уралтау.

Ҡобайырҙа ниндәй ҡушма исемдәр бар?Улар нисек яҙыла?
А) Үҙаллы уҡыу
Б) Уҡыусыларҙың тасуири уҡыуы
Г) Һорауҙарға яуап биреү
Уралтау нимәләргә бай?Ниндәй йылҡыһы бар?Ниндәй һыйыры күп?
5. Ҡушма һүҙҙәр тағы ниндәй осраҡта һыҙыҡса аша яҙыла?Бағаналағы һүҙҙәргә ҡарап яуап бирегеҙң

6 -се слайд
Көн-төн яман-яҡшы
Ата-әсә аллы-артлы
Инер-инмәҫ барыр-бармаҫ

Дөрөҫ,ҡапма-ҡаршы мәғәнәне белдергәндә.Үҙегеҙ икешәр миҫал уйлап яҙығыҙ.
6.“Күптән бергә” уйыны.Мин предметтарҙы уҡыйым әһеҙ төркөмләп яҙығыҙ.
- Туҫтаҡ,сүмес,тәрилкә,ҡалаҡ,биҙрә,сынаяҡ,бысаҡ,таба (һауыт-һаба)
- Итек,быйма,күлдәк,бүрек,яулыҡ,шәл,толоп (кейем-һалым)
- Ат,сусҡа,тауыҡ,күркә,һарыҡ,кәзә,һыйыр,ҡаҙ (мал-тыуар)
- Ҡорот,талҡан,эремсек,бауырһаҡ,һурпа,ҡымыҙ (аш-һыу)
- Ҡыҙҙар,малайҙар,балалар (бала-саға)
- Әбей,бабай,ҡарт (ҡарт-ҡоро)
Шулай итеп,ҡушма һүҙҙең икенсе һүҙе ниндәй маҡсат менән бирелә? (Мәғәнәне көсәйтеү,киңәйтеү өсөн).

7.“Тылсымлы ҡоҙоҡ” уйыны.Балалар сәйәхәт итә торғас арығанһығыҙҙыр,һыуһағанһығыҙҙыр.Әйҙәгеҙ ҡоҙоҡ һыуы эсеп алайыҡ.Әгәр силәкте дөрөҫ төшөрһәгеҙ,ҡоҙоҡ һыу бирер,һыуһынығыҙ ҡалғансы эсерһегеҙ,әгәр яңылышһағыҙ ҡоҙөҡ асылмаҫ та.Ниндәй силәкте алырһығыҙ?

7-се слайд
Ҡор ятмаҫ
Аҡ яр
Гөл ямал
Миң ямал
Аҡ юл
Мең япраҡ
Көн яҡ

Һөйләмдәр төҙөү.
8.192-се күнегеүҙе үҙ аллы эшләү.”Ҡушма һүҙҙәр”темаһын нисек үҙләштерҙегеҙ икән ,тикшереп ҡарайыҡ.(класс өскә бүленеп эшләй).Беренсе рәт бергә,икенсе рәт-һыҙыҡса аша,өсөнсө рәт Ь һәм Ъ билдәләренә һүҙҙәрҙе яҙа.(Аҡтамыр,ир-ат,Аҡъял,ҡарағош,аҡҡош,юҡ-бар,Миңъямал,юҡ-бар).
Йомғаҡлау.Балалар бөгөн беҙ дәрестә нимәләр белдек?(ҡушма һүҙҙәр,уларҙың яһалышы,Башҡортостандағы ҡала,район,йылға,күл исемдәрен белдек.)
Ә хәҙер “ҡушма һүҙҙәр” иленән йырлашып,бейешеп сәйәхәттән ҡайтайыҡ.Исеме ҡушма һүҙҙән торған ниндәй йырҙар беләгеҙ?(Әсмәбикә,Гөлнәзирә)
Өйгә эш.Беҙҙең Башҡортостаныбыҙ бик бай.Унда исемдәре ҡушма һүҙҙән торған үҫемлектәр,хайуандар,тауҙар,ауылдар етәрлек.Уларҙы өйҙә яҙып килегеҙ
Категория: Методическая копилка | Добавил: Гуля (08.12.2013)
Просмотров: 1509 | Рейтинг: 2.8/4
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]