Главная » Статьи » Методическая копилка

Һ.Дәүләтшина - талантлы романсы.
Тема: Һ. Дәүләтшина - талантлы романсы.
Маҡсат: языусыныц тормош һәм ижад юлы менән таныштырыу, яңы өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреү; балаларҙың тасуири уҡыу күнекмәләрен, ижади һәләттәрен үҫтереү; художестволы әҙәбиәткә, яҙыусыларҙың ижадына ҡарата һөйөү Tойғоһо тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: Һ. Дәүләтшина портреты, уныц тормош юлын сагылдырған плакат, аудиояҙмалар, китаптары.
Дәрес барышы.
I. Ойоштороу моменты.
- haумыһығыҙ уҡыусылар. Бөгөнгө дәрес ябай дәрес түгел, ә дәрес-көс һынашыу. Был дәрестә беҙ һеҙҙең менән h.Дәүләтшинаның тормош һәм ижад юлына бер аҙ байҡау яһаясаҡбыҙ, әҫәрҙәренец идеяһы һәм темаһы буйынса әңгәмәләшербеҙ, уның талантлы романсы булыуы тураһында һөйләшербеҙ.
II. Төп өлөш.
Синыф ике төркөмгә бүленә. Жюрилар билдәләнелә. Уҡытыусының инеш һүҙе
- «h.Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романын белмәй тороп, башҡорт халҡының тормошон анлау мөмкин түгел» - ти, Л.Соболев. Әйе, ысынлап та Һ.Дәүләтшина ҡатын-ҡыззар араһынан сыҡҡан беренсе талантлы романсы булып танылды.
Уның яҡты исеме халҡыбыҙҙың йөрәк түрендә мәңгелеккә урын алды. Бөгөн дәрестә беҙ һеҙҙең менән яҙыусының ижады аша уның күңел биографияһын асырбыҙ.
Көс һынашыуға күсер алдынан тәүҙә командалар исемдәре һәм девиздары менән таныштырып китһендәр.
1- се раунд, һәр бер команда билдәле бер темаға сығыш әҙерләп килергә тейеш ине. Хәҙер уларҙың сығыштарын тыңлап китәйек.
Команадалар 2-3 минут эсендә үҙҙәренен, темаларын яҡлайҙар. Һуңынан hәp бер сығыш буйынса һығымта яһала.
2- се раунд. Командалар икешәр hopay әҙерләп килергә тейештәр ине. Хәҙер тәүҙә бер команда үҙенең һорауын икенсе командаға бирә. hopayғa дөрөҫ йәм тулы яуап ҡайтарылһа, был команда уҙенә бер балл ала. Артабан үҙенең һорауын бирә. Ҡайһы команда ике hopayғa ла дөрөҫ яуап бирә, шул команда был раундта еңеүсе тип билдәләнелә.
3- сө раунд. Командаларға Һ.Дәүләтшинаның тормошона йөкмәткеһе менән тура килгән мәҡәлдәр бүлеп бирелә. Был мәҡәлдәрҙең йөкмәткеһен бирелгән ваҡыт эсендә асырға тейештәр. Ҡайһы команда иң беренсе һәм тулы итеп асыҡлай, шул команда еңеүсе тип һанала. Раунд аҙағында уҡытыусы мәҡәлдәр буйынса һығымта яһап ҡуя.
Әҙәм эше менән, ағас емеше менән.
Аҙашһаң да, ил менән аҙаш.
Уҡытыусы: Ә Һ.Дәүләтшинаны романдар оҫтаһы тип әйтергә буламы? Эйе, уның әҫәрҙәре тарихи ваҡиғаларға бай, халыҡсан телдә, төрлө терминдарҙы h.6. оҫта һәм урынлы ҡуллана белә. Шулай уҡ уның романдарында халыҡтың образлы фекерләү саралары киң ҡулланыла. Мәҡәлдәр, әйтемдәр, фразеологизмдар ярҙамында геройҙарҙың характерын аса.
4- се раунд. Капитандар ярышы. Карточкала текст бирелгән. Ләкин ундағы һөйләмдәр буташтырылған. Капитандар тиҙ генә һөйләмдәрҙе мәғәнәләре буйынса үҙ урындарына ҡуйып яҙырға тейештәр.
А). Шуның менән бергә уҙендә әллә ҡайҙан кутәрелгән ныҡ көс һиҙҙе лә, бөтә хәле менән ынтылып барып, Котлобайҙың битенә йоҙроҡ менән һуҡты, унан күкрәгенә төртөп ебәрҙе. Нәфрәтле асыуҙан Гөлйөҙөмдөң башы әйләнеп китте. Ҡотлобай, сумәксеп китеп, артына лап итеп йығылып төштө. Ул урынынан торорға маташып, эт кеүек ырылданы, ҡалкырға тырышты.
Б). Ул үҙенең ҡайҙа һәм ни эшләгәнен төшөнмәне. Шулай байтаҡ ятҡас ҡына, йоҡонан уянғандағы һымаҡ бер хәл булды ла, ул, үҙенең ҡайҙалығын аңларға тырышып, күҙҙәрен йөрөттө Гөлйөҙөм күҙен бик ҡыйынлыҡ менән асты. Ул үҙенең кайһы ере ауыртҡанын да һиҙә алманы, тик башы шаулай, ҡолаҡтары сеңләй.
Капитандар был эште башҡарғансы блиц-турнир үткәрелә.
• Һ.Дәүләтшинаның атаһыныц исеме кем?
• Кайҙа һәм нисәнсе йылда тыуған?
• Уның атаһы нисек үлә?
• Ун биш йәшендә ул ҡайҙа һәм кем булып әшләй?
• Тәүге әҫәренең исеме һәм нисәнсе йылда баҫылып Cыға? 1926 й. «Һылыуҡай-пионерка»
• 1930 й. «Октябрь» журналында ниндәй исемле повесы баҫылып сыға?
• 1932 й. «Ыргыҙ» романын ниндәй исем аҫтында баҫтырып сығара?
• С.Юлаев исемендәге премия ниндәй романы өсөн бирелә?
• Нисәнсе йылда һәм ниндәй ауырыуҙан ул вафат булып ҡала?
Һәр бер командаға сиратлап hopayҙap бирелә. Әгәр беренсе команда hopayFa дөрөҫ яуап бирә алмаһа, икенсе команда шул yk hopayFa яуап биреп kapapFa тейеш. Дөрөҫ яуап булған һайын командаларға жетондар бирелә. Кайһы команда иң күп жетондар йыя, шул еңеүсе тип һанала.
hopayҙapFa яуаптар алынып бөткәндән һуң, капитандарҙың эше тикшерелә. Баһалар ҡуйыла.
III. Йомғаҡлау. «Һ.Дәүләтшинаның тормошо — трагизм һәм көрәш, тәрән кайғы һәм бер үк ваҡытта бөтмәҫ оптимизм менән тулы үҙе бер героик йыр ул...» - ти, татар яҙыусыһы Хатип Ғосман. Эйе, шәхес культы арҡаһында ҙур ауырлыҡтарға осрауына ҡарамаҫтан, уның халыҡ тормошо тураһында бик күп әҫәрҙәре ысын мәғәнәһендә ижад батырлығы ул. Шуның менән үҙенә мәңгелек һәйкәл ҡойоп ҡалдырҙы...
Категория: Методическая копилка | Добавил: ural (12.11.2017) | Автор: Шукубаева Илюза Рамиловна E
Просмотров: 8 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]